Яҙмыш та ул - тәбиғәттәй... Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Яҙмыш та ул - тәбиғәттәй...



Бәхетлеһеңме тиҙәр ҙә...
Нимә ул бәхет?
Һанап бөткөһөҙ аҡсамы,
Данмы, йә тәхет?
Бер ҡыйынлыҡ күрмәй генә
Көн күреү микән,
Йорттан-йортҡа ҡунаҡ булып
Тик йөрөү микән?
Һөйгән менән өйләнешеү
Бәхетме? Әллә...
Мөхәббәт тә һүрелеүсән -
Бына бер ғиллә!
Бәхет микән әсәйлегең?..
Был да икеле:
Бала була белһен балаң,
Тиҙәр шикелле.
Атаң-әсәң, тыуған ерең -
Шул микән ырыҫ -
Улар ҙа бит яҙмышыңа
Булғылай ҡырыҫ...
Бер ҡайғыһыҙ бармы икән?
Күпме һап-һауҙар?
Бәхетле буламы кеше
Килгәндә яуҙар?
Бәхетһеҙме ҡан ҡойоштан
Тере ҡайтҡандар,
Аслыҡ йылы бер ҡыйырсыҡ
Икмәк тапҡандар?
Бер иш кенә түгелдер ул
Бәхет баһаһы,
Йомаҡ - ҡайҙа юғалтаһы,
Ҡайҙа табаһы.
Яҙмыш та ул - тәбиғәттәй:
Бар йәйе, ҡышы.
Бәхетһеҙлек булмағаны -
Бәхеттер ошо


2014